Меню сайта

Контакты

Директор школы:


Рудкевич Андрей Сергеевич

Телефон: 8 (34740) 2-16-91

 Адрес: Россия, Р.Б, Гафурийский район

 с. Красноусольский

 Улица Коммунистическая  45





 


Главная » 2015 » Октябрь » 23 » Стихи об учителях и детях
12:43
Стихи об учителях и детях

Мин - Шәһиева Лилиә Рауил ҡыҙы. Ғафури районының  3-с ө һанлы Красноусол урта  мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләйем. ​

 

             Минең эшем.

  Уҡытыусы булып нисә йылдар           

 Хеҙмәт итәм тоғро халҡыма

 Үҙ эшемде һеҙгә шиғыр итеп

Яҙып үтәм әле саҡ ҡына.

 Мәктәп йылы үтеп китте

Күҙ асып йомған инем

«  Уҡытыусы -  яҡшы һөнәр»

Үҙемә шулай тинем.

 Шау-гөр килеп белем алдыҡ

Күңелле  студент саҡта

 Әле һаман иҫкә алам

 Торғанымды ятаҡта.

 Нығынды ҡанаттарыбыҙ

 Белемебеҙ  ҙә артты

 Төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа

 Белем усағы тартты.

 Беренсе дәрес, тәнәфес

Онотолған бик күптән.

 Миндә уҡыған балалар

Ҙурайып буйға еткән.

 Көн дә, төн дә мәктәп эше

 Онотола өй, ҡура

Беҙҙең өсөн донъя түгел,

 Ә белем, тәртип тора.

«Нисек яҡшыраҡ булыр?»- тип

Буш  ваҡыт  баш ватаһың

Дәфтәр тикшерәһең төндә

 Арып- талып ятаһың.

 Иртәгә тағы ла һине

Көтә шау-шыулы мәктәп

 Ата- әсә осратҡанда

 Әйтә бит беҙгә «рәхмәт  “

 Текәлгәндәр  төрлө ҡараш

Һинең тик бер үҙеңә

 Осҡон  сәсер өсөн килдем

 Һәр бер бала күҙенә.

 Нығынмаған ҡанаттарын

 Елпетә бөгөн улар.

Осҡан саҡта ояғыҙҙан

Көтһөн тик ап-аҡ юлдар.

  Маңлайҙарға һырҙар ята

Сәстәр ҙә ҡара түгел

 Беҙҙең эште белмәгәндәр

 Әйтәләр « Һеҙгә еңел».

 Энә менән соҡор ҡаҙа

 Көн дә беҙҙең ишеләр.

 Белһен ине ошоларҙы

 Аңламаған кешеләр.

 Яҙмышыма рәхмәтлемен

 Тапҡанға дөрөҫ юлды

 Фән тауына менеп барам

Етәкләп ҡыҙ һәм улды.                                  

 

  Ярҙам кәрәк Булатҡа.

 Булатты мәктәптә гелән

 Юҡҡа- бушҡа әрләйҙәр.

 Уның ҡайғы-шатлыҡтарын

Берәүһе лә белмәйҙәр.

 Бер генә лә дуҫы юҡ бит

 Нисек яңғыҙ йәшәргә?

 Дуҫтар табыр өсөн уға

 Нимә генә эшләргә?

 Алда ултыра Айгүзәл

 Сәс осонда ап-аҡ бант

 Тартҡан ине шуны Булат

   Ҡыҙыҡай һуҡты анһат.

 Коридорҙа рәхәтләнеп

 Баҫтырғайны « берҙәрҙе»

 Бер  бәләкәс нимәгәлер

 Туҡтап илап ебәрҙе.

 Маҡтанғайны бер көн килеп

 Яңы алған костюмға

 Маҡтанғаны оҡшаманы

 Яҡшы малай Артурға.

 Төртөп китте Азаматты,

Һуҡты Айрат, Маратты.

 Дәрестә бөгөн тағы ла

 Мәрйәмде ул илатты.

 Бер кем дә уны яратмай

 Бер кем уға ҡарамай.

 Булаттың уйнағыһы килә

 Ярамайға ҡарамай.

 Дуҫтар эҙләп  мәктәптән һуң

 Сыға урам буйына.

 Айыу майы  һөртөп ҡайтты

 Бер малайҙың тубына.

 Бер ҡайҙа ла һыйҙырмайҙар

 Уйнарға ла алмайҙар.

 Ҡыҙҙар ҡурҡып ҡаса унан

 Үҙ итмәйҙәр малайҙар.

 Нисек ҡайғырмайһың инде

Нисек шулай йәшәргә?!

 Бирегеҙ кәңәш, балалар

 Уға нимә эшләргә?

 

 

 

Просмотров: 272 | Добавил: TaAl
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Форма входа
Логин:
Пароль:

Мини-чат
200

Поиск по сайту

Сайты друзей

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


Официальный сайт МОБУ СОШ № 3 села Красноусольский Гафурийский район Р.Б © 2019 год
Используются технологии uCoz